Хәбәрҙең авторы яҙыуынса, зыян күргән ҡыҙ полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн экспертиза һөҙөмтәләре билдәле була.
«Фотоға күберәк репост яһауығыҙҙы үтенәбеҙ – был кешене табырға кәрәк», — тип саҡыра яҙма авторы һәм ошо егет тураһында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булған кешеләр шылтыратһын өсөн телефон номерын ҡалдырған (фотоның оригиналы һәм телефон номеры һылтанма буйынса бирелгән).
«Башинформ» агентлығына республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, полицияға ғариза килгән. Ул ҡабул ителгән.
«Енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара», — тине ведомство вәкиле.