Киләһе аҙнаның башында Башҡортостан халҡын Ҡорбан байрамы уңайынан өҫтәмә ял көнө көтә. Быйыл мосолмандарҙың иң ҙур байрамы - Ҡорбан ғәйете шишәмбегә, 21 авгусҡа тура килә. Республика Хөкүмәтенең 2017 йылдың 27 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, был көн Башҡортостанда байрам көнө тип иғлан ителгән.