1 июлдән ялланған хеҙмәткәрҙәре булған сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә махсус һалым режимын ҡулланыусылар яңы онлайн-кассалар менән эшләй башланы.
Хәҙер был категория эшмәкәрлеге өсөн дә һуҡтырылған чектар онлайн режимда бирелә һәм фискаль мәғлүмәттәр серверында һаҡлана. Тик килемде һалымдан йәшереү теләге ҡайһы бер эшҡыуарҙарҙа һаман да ҡала әле.
Башҡортостан Республикаһының һалым органдары был йүнәлештә әүҙем эш алып бара. Күптән түгел республикала 155 касса техникаһының ҡулланылышы тикшерелде. Уларҙың барыһында ла һуҡтырылмаған чектар барлығы, йәки касса аппаратының бөтөнләй булмауы асыҡланған.
Әйткәндәй, закон боҙоу өсөн минималь штраф күләме юридик шәхестәр өсөн 30 мең һум, шәхси эшҡыуарҙар өсөн - 10 мең һум тәшкил итә.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәт.