Новости
15 Август 2018, 06:56

Республикала сабый билдәһеҙ шарттарҙа вафат булған

Башҡортостандың Краснокама районында, Николо-Березовка ауылында, 10 августа ғаиләлә фажиғә булған. «Башинформ» агентлығына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, шәхси йортта биш айлыҡ сабыйҙың хәле насарая. Аңын юғалтҡан баланы урындағы дауаханаға оҙаталар. Табиптар кескәй пациенттың ғүмере өсөн көрәшһә лә, малайҙы ҡотҡара алмайҙар.

Әле суд-медицина экспертизаһы уҙғарыла, ул сабыйҙың үлем сәбәбен билдәләргә тейеш.



«Сабыйҙың үлем осрағы буйынса дауаханала тәфтиш алды тикшереү үткәрелә», — тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә

"Башинформ".
Читайте нас