Новости
15 Август 2018, 07:03

Өфө «Донъя әйлән-бәйләне» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Өфө «Донъя әйлән-бәйләне» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла.

Сара 15 августа И. Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында «Рәсәй әйлән-бәйләне» фестиваль хәрәкәте барышында уҙғарыла. Флешмобта теләгән һәр кем ҡатнаша ала.


Акцияны ойоштороусы булып «Рәсәй әйлән-бәйләне» фестиваль хәрәкәте сығыш яһай, Өфөләге координаторҙар — Валерия Радужная һәм «Ҡояшлы әйлән-бәйлән» төркөмө.


Киске сәғәт 6-ла башлана. Адресы: Ленин урамы, 65/3.


«Донъя әйлән-бәйләне» — кешелектең яҙма рәүештә теркәлгән тарихында иң ҙур әйлән-бәйлән акцияһы. Санкт-Петербургта ғына уға өс меңдән ашыу кеше ҡушыла. Акцияла Рәсәйҙең һәм донъяның 100-гә яҡын ҡалаһы ҡатнаша.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, июндә Өфөлә милли кейемдәрҙән иң ҙур әйлән-бәйлән яһап, рекорд ҡуйҙылар.

"Башинформ".
Читайте нас