Новости
15 Август 2018, 06:53

Дәүләт Думаһы депутаты Рәсәйҙә мәктәп формаһына бер төрлө хаҡ билдәләргә тәҡдим итте

Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Борис Чернышов (ЛДПР) Рәсәйҙә мәктәп формаһына бер төрлө хаҡ билдәләргә тәҡдим итте, тип яҙа РИА Новости.

Форма кластарҙа социаль ҡатламдарға бүленеү кимәлен кәметә, тип иҫәпләй парламентарий. «Уҡыусылар бер үк кейенһә, кемдең нимәһе яҡшыраҡ булыуына бәйле һорау юҡ», — тип белдерҙе Чернышов.


Башланғыс һәм урта класс уҡыусылары өсөн форманың хаҡы — өс мең, өлкән уҡыусылары өсөн дүрт мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Берҙәм мәктәп формаһын Владимир һәм Псков өлкәләрендәге фабрикаларҙа тегергә мөмкин, тип билдәләне депутат.

"Башинформ".
Читайте нас