Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында Президент Владимир Путиндың май указдарында мәғарифҡа ҡағылышлы мәсьәләләр өҫтөнлөклө йүнәлеш булараҡ билдәләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Указда мәктәп белеменең сифаты буйынса Рәсәйҙе донъяның иң яҡшы ун дәүләте исемлегенә индереүҙе тәьмин итеү бурысы ҡуйыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Унда шулай уҡ уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырасаҡ яңы алымдар һәм технологияларҙы үҙләштереүгә, тармаҡтың матди базаһын нығытыуҙы дауам итеүгә, һанлы мәғариф мөхитен үҫтереүгә баҫым яһала. Педагогтарҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итәсәк заманса милли система булдырыу зарур. 2024 йылға тиклем университеттар менән фәнни ойошмалар һәм предприятиелар ҡатнашлығында кәм тигәндә 15 ғилми-белем биреү үҙәге асыу бурысы тора. Дөйөм алғанда, май указдарын үтәү барышында башҡарылған саралар илебеҙҙең белем биреү өлкәһен һиҙелерлек яҡшыртырға, йәш белгестәрҙең конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырырға тейеш.
Быйылғы уҡыу йылында республиканың балалар баҡсалары һәм мәктәптәре 850 меңдән ашыу баланы ҡабул итәсәк. Мәғариф учреждениелары эш башларға әҙер, уларҙа һәр яҡлап заманса шарттар булдырылған, күп кенә белем усаҡтарында янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек саралары көсәйтелгән.
2016 йылдан республикабыҙ 2025 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы уҡыу урындары булдырыуға булышлыҡ итеү” федераль программаһында ҡатнаша. Былтыр төбәгебеҙгә 773 миллион һумдан ашыу субсидия бүленеп, ул аҡса Өфөнөң Дим биҫтәһендә 825 урынлыҡ һәм Киров районының Колгуевский биҫтәһендә 550 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптәр төҙөүгә йүнәлтелгәйне. Быйылғы федераль субсидия күләме – 523,14 миллион һум. Ағымдағы йылда сафҡа инәсәк алты белем усағы 4095 өҫтәмә уҡыу урыны булдырыу мөмкинлеген аса.
Әлеге мәсьәлә капиталь ремонт, йәғни ғәмәлдәге белем усаҡтарын киңәйтеү, үҙгәртеп ҡороу иҫәбенә лә уңышлы тормошҡа ашырыла. Былтыр “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы республика бюджетынан 200 миллион һум бүленеп, уҡыу урындары 3084-кә арттырылған. Быйыл тағы шул сама сумма бүлеү һәм 2667 уҡыу урыны булдырыу ҡаралған.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында өс йәшкә тиклемге балалар өсөн төркөмдәр киңәйтелә. Республикабыҙ “Замана ата-әсәһе” милли проектына ҡушылды. Төбәктең балалар баҡсаларында киләһе ике йылда маҡсатлы төҙөлөш алып барып, өс йәшкә тиклемге бәләкәстәр өсөн өҫтәмә урындар булдырыласаҡ. Был йәһәттән Башҡортостан – иң күләмле финанс ярҙам алыусы төбәктәрҙең береһе. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан – 1 миллиард 361 миллион һум, республиканан 1 миллиард 29 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ ҡул аҫтында булған биналарҙы ясли-балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡороу өсөн 325 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана, урындағы үҙидара органдары ла финанс ярҙам күрһәтеү йәһәтенән мөмкинлектәр эҙләй. Һөҙөмтәлә киләһе йылға балалар баҡсаһына ихтыяжы булған өс йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙең 90 проценты урын менән тәьмин ителергә тейеш, тип билдәләнде кәңәшмә барышында.
"Башҡортостан" гәзитенән.