Новости
13 Август 2018, 11:50

Башҡорттар Испаниялағы фестивалдә һәммәһен дә сәк-сәк менән хайран ҡалдырҙы

Испанияла йолаға әүерелгән 32-се Халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале бара. Мьяхадас ҡалаһында фестивалдә ҡатнашыусыларға үҙҙәренең милли ризыҡтарын күрһәтеү мөмкинлеге бирелде.

Перуҙар — текила менән мохито, рустар — окрошка, мексикандар һәм парагвайҙар — һалҡын ҡабымлыҡтар, грузиндар тарталеткалар әҙерләгән. Башҡортостан вәкилдәре килгән кешеләрҙе сәк-сәк менән таң ҡалдырҙы. Йәштәр театры һәм «Өйҙәштәр» ситкомы актрисаһы Зөлмәрә Ҡарабулатова тамашасылар алдында оҫта итеп татлы тәмлекәс бешерҙе.


«Беҙгә сәк-сәкте кукуруз таяҡсаларынан әҙерләргә тура килде, сөнки плитә юҡ ине, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Зөлмәрә. — Иң матур ризыҡ беҙҙеке булды, уны күрәгә һәм сәтләүектәр менән дә биҙәнек. Тәме лә бик татлы. Ойоштороусыларға сәк-сәк бик оҡшаны, «беллиссимо» тигән һүҙҙәр яңғырап торҙо. Бер батмусты дуҫлыҡ билдәһе итеп грузиндарға һәм икенсеһен ойоштороусыларға бүләк иттек».


Ойоштороусылар ҡатнашыусыларға аҙыҡ-түлекте үҙҙәре алһа ла, бал Башҡортостандан ине. Бөтәһе биш батмус сәк-сәк бешергәндәр. Зөлмәрә әйтеүенсә, ул сәк-сәк бешереү оҫталығына әсәһенән өйрәнгән һәм уны бала саҡтан һәр байрамға бешерә икән.


Фестивалдә Башҡортостан вәкилдәре һәм сәк-сәк менән фотоға төшөргә теләүселәр бик күп булған.


Бынан алда «Башинформ» «Айтуған» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Испанияла һәм Португалияла халыҡ-ара фестивалдәрҙә Башҡортостан исеменән сығыш яһауы хаҡында хәбәр иткәйне.

"Башинформ".
Читайте нас