Аҙна башында Башҡортостанда эҫе була. Дүшәмбе,13 августа, синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуын фаразлай. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 2-7 метр тиҙлектә, көндөҙ ҡапыл иҫеүе мөмкин.
Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һауа температураһы төндә 15-17, көндөҙ 27-29 градус.
Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге яҡшы.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 12-15 августа Хәйбулла районында бишенсе класлы янғын хәүефе һаҡланыуы тураһында иҫкәртә. Халыҡҡа тәбиғәттә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә, баҫыуҙарҙа һәм урмандарҙа усаҡ яғыуҙан тыйылырға, һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә. "Башинформ".