Новости
10 Август 2018, 07:30

Башҡортостанда 1 сентябрҙә мәктәп линейкаларын күсерәләрме-юҡмы икәнлеге билдәле булды

Быйыл Мәскәү уҡыусылары өсөн уҡыу йылы 1 сентябрҙә түгел (сөнки шәмбегә тура килә), ә дүшәмбе, 3 сентябрҙә башлана. Баш ҡала мэры Сергей Собянин «Аргументы и факты» гәзитенә интервьюһында ошо турала һөйләне.

«Быйыл балаларға бәхет йылмайҙы. Уҡыу йылы дүшәмбе, 3 сентябрҙә башлана», — тип баш ҡала мэрының һүҙҙәрен килтерә баҫма.


Быйыл 1 сентябрь шәмбегә тура килә, ә Мәскәүҙә бына бер нисә йыл инде шәмбе ял булып тора, тип билдәләнә.


Башҡортостан уҡыусылары ошо йәһәттән уңманы. Республика уҡыусылары мәктәпкә ике көнгә алдараҡ — шәмбе, 1 сентябрҙә бара.


Башҡортостандың мәғариф министры республикала уҡыу йылы башланған көндөң күсерелмәүе тураһында Башҡортостан юлдаш телеканалындағы иртәнге «Сәләм» тапшырыуы эфирында белдерҙе.


«1 сентябрь быйыл шәмбегә тап килә, ата-әсәләр балаларын мәктәпкә оҙата алыу мөмкинлеге булғанға ҡәнәғәттер тип уйлайым. 1 сентябрь күсерелмәй», — тип белдерҙе төбәктең Мәғариф министрлығы башлығы.


Киләһе йылда 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә.

"Башинформ".
Читайте нас