Стэрлебаш шишмэлере
+13 °С
Ясно
Новости
9 Августа 2018, 07:25
Республикала һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә
Башҡортостанда һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәренә ярашлы, иртәгә, 9 августа уҡ, республикала һауа температураһыныъң көндөҙ 14-19, көньяҡта 24 градусҡаса йылы булыуы күҙаллана. Төндә һиҙелерлек температура тирбәлеүҙәре фаразланмай.
Добавить в предпочтительные источники Google
Температураның ҡапыл түбәнәйеүе һауа шарттарының боҙолоуы менән бәйле булыуы ихтимал. Кесаҙна төбәктә урыны менән йәшенле, ҡайһы бер райондарҙа ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуҙы. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, ҡапыл иҫкәндә көсәйеүсән.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 8-9 августа Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
"Башинформ".
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"