«Һанлы десант» составында ауыл халҡына билдәле тележурналистар һәм радио алып барыусылары Айгөл Кантюкова һәм Фирҙәт Ғәлиев бара. Урындағы артистар ҡатнашлығындағы байрамда «Рәсәй Башҡортостан» телеканалының ижади төркөмө эшләй. Әүҙем ҡатнашыусылар һанлы телевидениеға тоташыу өсөн приставка менән бүләкләнә. Төп приз — телевизор. Шулай уҡ башҡа бик күп бүләктәр һәм сюрприздар көтөлә. Байрам Мәҙәниәт һарайы янында киске сәғәт 5-тә башлана.
«Һанды ҡабыҙ!» акцияһы барышын «Рәсәй 1 Башҡортостан» һәм «Рәсәй 24 Башҡортостан» телеканалдарында «Хәбәрҙәр — Башҡортостан» программаһы эфирында күҙәтергә мөмкин. Ижади «һанлы десант» төшөүенең тулы версияһы — «Рәсәй 1» телеканалында «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуында.