Изге ергә сәфәр өҙөлөүен улар аэропортта, китер саҡта ғына белеп ҡала. Сәбәбе-виза алмау. Фәниә менән Әхмәт Ғатауллиндар өсөн былтырғы хаж шулай тамамлана. Түләнгән аҡсаны, ә был 370 мең тирәһе, кире ҡайтаралар. Ләкин ғаилә уйынан кире ҡайтмай, быйыл да путевка һатып алалар.
Былтыр Башҡортостандан йөҙгә яҡын кеше квота булмау сәбәпле, Мәккәгә бара алмай. Билеттар "Урал-сервис" туроператорынан һатып алынған. Хажиҙарға аҡсаны кире ҡайтарырға йәки ғибәҙәтте икенсе йылға кисектерергә тәҡдим итәләр. Ләкин бер йылдан һуң да Хаж ҡылырға теләүселәр ҡаршылыҡтарға осрай. Был юлы уларҙың паспорттары тәфтишселәр ҡулына эләккән.
Алтмышҡа яҡын кеше документһыҙ ҡала. Хаж бүлеге вәкилдәре сит ил паспорттарын һорап, бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Башҡортостандан Мәккәгә иң беренсе төркөм 5 август юлланырға тейеш. Виза эшләү-тағы ла өс көн талап итә, ә һуңғы рейс 13 августа көтөлә.
Хажға йыйыныусылар менән осрашыу Башҡортостан Мосолмандары диниә назаратында 1 августҡа тәғәйенләнгән. Был көндө Өфөгә Ҡазан тәфтишселәре килеп, алынған паспорттарҙы кире ҡайтарасаҡ. Ваҡыт күп ҡалмаған, шулай ҙа өлгөрөргә тейештәр, тип белдерәләр Хаж бүлегендә. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ быйыл, ниһайәт, изге ғәмәлде үтәргә насип булыр, тип өмөтләнә.