Яҡташыбыҙ, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Мөхәмәт Шәмсетдин улы Сәғетдиновтың «Ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең ойоштороу схемаһы һәм илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү концепцияһы» китабын уҡығанда йәнә ошолар иҫкә төштө.
Мөхәмәт Шәмсетдин улы (Айҙарәле ауылынан) байтаҡ йылдар юғары етәксе вазифаларҙа эшләне. Шул иҫәптән БР финанстар министрының беренсе урынбаҫары, Милли банк рәйесе, Хөкүмәт, Башҡортостан Республикаһы Президенты советы ағзаһы була. Ул 155 фәнни баҫма сығарған. Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре иҫәбендә 24 китабының бишеһе уҡыу пособиеһы һәм 19ы монография.
Ул хәҙер ҙә үҙенең 82 йәшендә ярайһы ғына шәп. Ағымдағы йылда сыҡҡан ошо китабы быға асыҡ дәлил. Ул, әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо буйынса яҙылған. Был шаҡтай ҙур фәнни баҫма, унда бихисап ышаныслы факттар, иҫәптәр, таблицалар, ентекле аңлатмалар, фекер йөрөтөүҙәр.
Күптән түгел Мөхәмәт Шәмсетдин улы беҙҙең район хакимиәтендә булды. Унда ошо китап тикшерелде. Район хакимиәте башлығы Ф.Туҡтаровтан тыш, уны тикшереүҙә шулай уҡ район хакимиәтенең АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге белгестәре ҡатнашты.
Мөхәмәт Шәмсетдин улы ҡайһы бер мәлдәргә ентекле туҡталып үтте, барыһын да аңлайышлы аңлатты. Ә район хакимиәте башлығы ҡунаҡты районыбыҙҙағы хәл-торош менән таныштырҙы.
Юғарыла әйтеп үтелгәнсә, ошо юлдар авторына ла был китап менән танышырға тура килде. Уҡыуы бик ҡыҙыҡ. Тәү сиратта, шуны билдәләп үткем килә, автор бөгөн илдә һәм республикала малсылыҡ продукттарын етештереүҙә хәл-тороштоң артыҡ шәптән булмауына борсола. Бер үк ваҡытта ауылдарҙа үҫеш кимәленең түбәнәйеүен билдәләй. Уларҙы йәнләндерергә кәрәк. Әгәр беҙ иҡтисадты йәнләндерергә, халыҡты импортһыҙ туҡландырырға, ауылдарҙы һаҡлап ҡалырға теләһәк, киләһе биш йылда ауыл бизнесын үҫтереү программаһын Милли сәйәсәт тип иғлан итеп, барлыҡ ресурстарҙы халыҡтың мәшғүллек мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтергә кәрәк.
Концепция ике үҙ аллы өлөштән тора. Беренсеһе һөт етештереү буйынса урта һәм эре бизнесты үҫтереү нигеҙендә халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итә. Илдең һөтсөлөк баҙарында бөгөнгө хәл-торош бик борсоулы, тип билдәләй автор. «Союзмолоко» ассоциацияһы съезы хәлде шулай тип баһалаған. Яҡын киләсәктә Рәсәйҙә һөт етештереүҙең тағы ла 3-4% кәмеүен көтөргә кәрәк, тигән фараз бирелә. Шул уҡ ваҡытта илдә һөт етештереү дефициты йылына 7 млн. тоннаға баһалана. Бөгөн балаларҙы тыуғандан уҡ тәбиғи һөт урынына суррогат менән туҡландырмаһындар, һатып алыусылар тәбиғи продуктты яһалманан айырырға өйрәнһен өсөн һүҙ илдә һәм республикала һөт проблемаһын хәл итеүгә ныҡлы тотоноу тураһында бара.
Биология фәндәре докторы, профессор Әмир Ишемғолов китапҡа баһаламала концепция авторы булған проблемаларҙы хәл итеү ысулдарын дөрөҫ һайлаған, тип билдәләй. Был фән һәм производство интеграцияһы. Әйтәйек, ғалимдар - бригада ағзалары һөт етештереүҙе үҫтереүҙең барлыҡ йүнәлештәре буйынса фәнни тәҡдимдәр булдыра. Был һәр мал төркөмөн уңайлы аҫрау өсөн эшләнгән йәки әҙер типлы проект төҙөлөш биналарын ҡулланыу. Юғары продуктлы элиталы һыйырҙарҙы алыу һәм тиҙ үрсетеү. Малдарҙы туҡландырыу буйынса фәнни нигеҙләнгән рацион. Техника, телекоммуникацион система һәм етештереү процесы менән идара итеү буйынса программа продукцияһы, һәр һыйырҙан йылына кәмендә 12 тонна һөт алыу бурысына ярашлы туҡландырыу йыйылмаһы.
Барлыҡ һөт Етештереү үҙәктәре тарафынан санитар режимды үтәүҙе контролдә тотоу. Әйткәндәй, концепция тарафынан Башҡортостанда 17 йылда һәр ҡайһыһында 300әр һыйырға ошондай 265 Етештереү үҙәге булдырыу күҙаллана. Бурыстар иҫәбендә шулай уҡ заказдарҙы башҡарыу һәм етештереү рентабеллелеген тәьмин итеүҙе контролдә тотоу. Ошондай яңылыҡ та ҡыҙыҡлы. Фермерлыҡ фермалары, крәҫтиән хужалыҡтары төрөндә үҙ аллы хужалыҡ структураларын Етештереү үҙәктәренә берләштәреү күҙаллана. Ошондай вариант та ҡаралған: һөт (ит) етештереү заводы, үҙ продукцияһын һатыу буйынса сауҙа предприятиеһы менән бер нисә Етештереү үҙәге асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә берләшә.
Заказдар башҡарыуҙы ойоштороу системаһында иң мөһиме - хеҙмәткәрҙәрҙең: ғалимдан башлап, ябай етештереү процесы операторына тиклем матди ҡыҙыҡһыныусанлыҡ принцибы.
Башҡа бихисап мәсьәләләрҙе лә хәл итеү ҡыҙыҡлы. Шул иҫәптән, финанслау ҙа.
Концепцияның икенсе өлөшө - төрлө ауыл хужалығы продукттарын етештереү буйынса халыҡ ҡатламдары мәшғүллеген йәлеп итеп, ваҡ тауар бизнесын үҫтереү.
Автор фекере буйынса, аҙыҡ-түлек етештереү, производство һәм социаль структураларҙы үҫтереү шарттарын көсәйтеү буйынса ике йүнәлеш тә ауыл биләмәләрен объектив үҫтерә. Концепцияның көнүҙәклеге һәм уның маҡсатлы йүнәлеше ошоға ҡайтып ҡала.
Беҙ Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Р.Х.Мәрҙәнов менән был проблемаға фәнни, системалы ҡарарға тырыштыҡ, тип билдәләй Мөхәмәт Шәмсетдин улы китабында. Шулай итеп, был документта ауыл халҡының эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү нигеҙендә үҫеш кимәле кәмегән ауылдарҙы йәнләндереүгә тырышыу, кешеләрҙә хужалыҡ хисен тәрбиәләү, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген хәл итеү сағылдырыла. Һәм киләсәктә халыҡ тормошон яҡшыртыу маҡсатында муниципаль бюджеттарҙы килем базаһын нығытыу ҡаралған.
Яҡташыбыҙҙы ошондай ҙур, йәмғиәт өсөн файҙалы баҫма сығарыуы менән ҡотларға мөмкин. Ул яҙғандар тормошҡа ашыр һәм ауылдар тормошонда яңы дәүер башланыр, тип ышанғы килә.
Шул саҡта юғарыла һүҙ барған ир кеше лә шатланыр ине, моғайын. Һәм, Ҡыҙҙар тауында ла йәнә баян моңо яңғырар, бәлки...