Новости
7 Август 2018, 06:44

Республикала сирек миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған

6 авгусҡа Башҡортостан аграрийҙары тарафынан 101 мең гектар майҙан сабылған, шуның 83 мең гектары — һуғылған, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығы.

Ашлыҡ һуғыу 263 мең тонна тәшкил иткән. Шул иҫәптән 234 мең тоннаһы — ужым арышы, бойҙай һәм тритикале ашлығы.


Яҙғы культураларҙан бөгөн арпаны әүҙем йыялар, ул 19 мең тонна һуғылған, һәм борсаҡ 9 мең тонна.


Ураҡ эштәре темпы буйынса Дүртөйлө, Әлшәй, Ейәнсура һәм Көйөргәҙе райондары алда бара, уларҙа иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары менән 15-тән алып 17 процентҡа тиклем майҙан һуғылған.
"Башинформ".
Читайте нас