«Штаб эшләүен дауам итә, компаниялар вәкилдәре туранан-тура ҡатнаша. Оператив штабтың авиаһәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эшенең күпселек өлөшө башҡарылған да инде. Бөгөн барлыҡ һәләк булғандарҙың туғандарының йәшәгән урыны билдәле. Хәҙер кемдең килеүен аңларға, ҡаршы алырға, психологик ярҙам күрһәтергә һәм оҙатып йөрөргә кәрәк», — тип билдәләне Красноярск крайы губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Усс.
Красноярск крайында Ми-8 вертолеты авиафажиғәһендә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә компенсациялар түләнә. Улар араһында Башҡортостандан ете кеше бар.
ТАСС агентлығының UTair авиакомпанияһы вәкиленә һылтанып хәбәр итеүенсә, һәр пассажир 2,025 миллион һумға страховкаланған, ә экипаж ағзаһының ғүмере 1 миллион һумға страховкалана, социаль страховкалау линияһы буйынса туғандарына тағы ла 1 миллион һум түләнә. Мәрхүмдәрҙең яҡындары страховка аҡсаһы ла алыр, тип вәғәҙәләне «Роснефть».
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә Красноярск крайындағы авиафажиғәлә ғүмерҙәре өҙөлгән яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
4 августа иртән Игарка ҡалаһынан 180 саҡрым алыҫлыҡта Ми-8 вертолеты һәләкәткә осраны, һөҙөмтәлә өс экипаж ағзаһы һәм 15 пассажир — «РН-Ванкор» һәм подряд ойошмалары эшселәре һәләк булды. Бөгөн Красноярск крайында матәм көнө иғлан ителгән.