Әгәр үҙгәрештәрҙе хуплаһалар, «теория»нан һуң шунда уҡ кеше артабан һынауҙар үтеү өсөн урамдарға сыға. Практик йөрөтөүгә күберәк иғтибар бүлергә ниәтләйҙәр. Был водителдәр әҙерләүҙе яҡшыртырға һәм юлдарҙа авариялар һаны кәметергә тейеш. Өҫтәүенә мотоциклсылар өсөн ЮХХДИ-на «майҙансыҡ» тапшырыуҙы ҡалдырырға хәл ителгән.
Эске эштәр министрлығы шулай уҡ һынауҙарҙың теоретик өлөшө ваҡытында мотлаҡ аудио- һәм видеотеркәү индерергә тәҡдим итә, уны беренсе имтиханды тапшыра алмағандан һуң 7-30 көн эсендә ҡабаттан бирергә мөмкин.
«Практика»ны яңынан тапшырыу өсөн ике ай ваҡыт бүлеү ҡаралған. Ләкин буласаҡ водитель тамамлаған автомәктәптең тейешле лицензияһы булмауы асыҡланһа, уға һынауҙы ҡабаттан биреүҙе кире ҡағыуҙары мөмкин.