Ирекмәндәр һәм клуб белгестәре балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм күңелле уйындар ойоштора. Тәмлекәстәр һәм ыңғай кәйеф бүләк итә. Дуҫтарың араһында саф һауала эстафетала, конкурстарҙа ҡатнашыуҙан да яҡшыраҡ нимә булыуы мөмкин? Ата-әсәләр ҙә балаларын хуплап торорға килә. Сираттағы шундай уйындар өс көн элек үткәрелде. Ҡатнашыусылар өсөн был юлы сюрприз әҙерләнгәйне. Клуб белгестәренә Экспресс-ҡотлауҙан Эльнара һәм СТБ-онлайндан Рөстәм ҡушылды. Улар ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле квест әҙерләгәйне: ҡатнашыусыларға йомаҡтар һәм ребустар сисергә, дөрөҫ яуаптар һ.б. табырға мөмкин ине. Уйында ҡатнашыусыларға Стәрлебаш ауылы эшҡыуарҙары: («Комфорт» такси хеҙмәте, Экспресс-ҡотлауҙар, Олеся Спиридонованың Сәскәләр салоны, «Арзан» сауҙа үҙәгендәге Мебель үҙәге, STB-online) тәмле бүләктәр тапшырҙы.