Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2018, 13:04

Файҙалы кәңәштәр

Алма йыйыуҙың да рәте бар Алма йыйыуҙы ҡойолғандарынан башларға кәрәк, сөнки һәр ҡайһыһында ҡорт йәки ҡарышлауыҡ булыуы ихтимал. Улар тотош баҡсаға тарала, шуға күрә ергә төшкәндәрен йыйып, шунда уҡ күмегеҙ. Уны иртәнсәк, көн ҡоро торғанда йыйырға тырышығыҙ. Был ҡағиҙә айырыуса көҙгө һәм ҡышҡы сорттарҙы өҙөүгә ҡағыла. Шулай иткәндә яҡшыраҡ һаҡлана. Эшкәртеү йәки оҙаҡ һаҡлау талап ителгән йәйге сорттарҙы бешеп етер-етмәҫтән йыялар. Иртә өлгөрә торған сортлылары ике-өс көн эсендә ҡыҙара, шуға күрә уларҙы һайлап ҡына өҙөргә кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ағастың көньяғындағы йәки өҫтәге емештәре тиҙерәк бешә. Һуң өлгөрә торғандарына тейергә ашыҡмаҫҡа кәрәк, әммә ҡойола башлағанын көтөргә ярамай. Уңышты ни тиклем һуңыраҡ йыйһағыҙ, сифаты шул ҡәҙәр яҡшыраҡ булыр. Әммә ҡаты һыуыҡтар башлағансы ҡалдырмағыҙ, юҡһа оҙаҡ һаҡлап булмаясаҡ. Алма ҡайнатмаһы Алманың ҡабығын әрсегәс һәм үҙәген алғас, турарға. Ҡараймаһын һәм ҡайнатманың төҫө боҙолмаһын өсөн уны 3-5 минут сәй содаһы һалынған ҡайнар һыуҙа тоталар. Бер үк ваҡытта сироп та әҙерләнә: һыуға шәкәр һалып ҡайнаталар. Унан әҙер сиропҡа алманы төшөрәләр. Алмаға тиклем унда ҡайнар һыу менән бешекләнгән туралған сейә япраҡтары һалырға мөмкин. Уны 5-6 минут ҡайнаталар ҙа һыуыталар. Йәнә 5 минут ҡайнаталар ҙа тағы һыуыталар. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлайҙар. Алма ҡайнатмаһы 15-20 минут ҡайнарға тейеш. Әҙер ҡайнатма һары гәрәбә төҫөндә, ҡуйы булырға тейеш. 1 кг алмаға 300-400 грамм һыу, 1,3-1,5 кг шәкәр ҡомо, 200 грамм сейә япрағы кәрәк. Һөттә әҙерләнгән ҡабаҡ Ҡабаҡты әрсеп, шаҡмаҡлап турайҙар, һалҡын һыу һалып, бешер-бешмәҫ булғансы ҡайнаталар. Бер аҙҙан тоҙ һалалар. Артабан һыуын түгеп, һөт өҫтәйҙәр һәм утты һүрәнләтәләр. Ҡабаҡҡа шәкәр ҡомо, бал йә иһә алма повидлоһы өҫтәп әҙерләргә лә мөмкин. 200 грамм ҡабаҡ, 150 грамм һөт, 20-30 грамм шәкәр йә иһә 30-40 грамм ҡыҙҙырылған һуған, тоҙ кәрәк. «Башҡортостан» гәзитенән.

Читайте нас: