Новости
3 Августа 2018, 11:30

Өфөлә шағирә Тамара Ғәниеваның һайланма әҫәрҙәре донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә республика хөкүмәте булышлығында танылған башҡорт шағирәһе Тамара Ғәниеваның һайланма әҫәрҙәре баҫылып сыҡты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Китапҡа уның төрлө йылдарҙа яҙылған иң яҡшы шиғырҙары ингән. Публицистик тапҡырлыҡ, драматик көсөргәнешлек, лирик йылылыҡ, фәлсәфәүи уйланыуҙар — Тамара Ғәниева ижадының төп һыҙаттары ошо.


Шиғырҙар циклы тыуған халҡына, Ватанының үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә, яҡын кешеләренә һөйөү менән һуғырылған. Автор үҙенең әҫәрҙәрендә туған телгә, мәҙәниәткә, милләт-ара үҙ-ара аңлашыуға ихтирамды һаҡлау кеүек мөһим проблемаларҙы күтәрә.

"Башинформ".
Читайте нас