Новости
2 Август 2018, 06:09

Ҡорбан байрамында Башҡортостан халҡының нисек ял итеүе билдәле булды

2018 йылда Ҡорбан байрамы 21 августа үтә. Был көндө Башҡортостан халҡы ял итә: ул республика Хөкүмәтенең 2017 йылдың 27 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, эшләмәгән байрам көнө тип иғлан ителгән.

2018 йылда Ҡорбан байрамы 21 августа үтә. Был көндө Башҡортостан халҡы ял итә: ул республика Хөкүмәтенең 2017 йылдың 27 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, эшләмәгән байрам көнө тип иғлан ителгән.
Ҡорбан салыу байрамы Зөлхизә айының 10-сы көнөндә билдәләнә. Ул үҙе ике көндән дүрт көнгә тиклем (20-24 август) дауам итә.
Шулай уҡ дүшәмбе, 20 августа, Башҡортостанда эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Өфөлә ҡорбан салыу йолаһы өсөн берҙәм майҙансыҡ билдәләнгән. "Башинформ".
Читайте нас