Новости
1 Август 2018, 09:20

Төбәктә ниндәй һауа торошо була – өс көнгә фараздар

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Синоптиктарҙың фараздары буйынса, 1 августа республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 23-28 градус.
2 августа төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ күк күкрәп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 11-16, көнсығыш буйынса +5 градус. Көндөҙ ярайһы уҡ йылыраҡ – 21-26 градус.
3 августа Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Төньяҡ-көнсығыш буйынса йәшен менән уртаса. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын. Көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 11-16, республиканың көнсығышы буйынса +5 градус. Көндөҙ – 21-26 градус. "Башинформ".
Читайте нас