Новости
27 Июль 2018, 06:01

Хөрмәтле һайлаусы!

Әгәр Һеҙ 2018 йылдың 9 сентябрендә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем теркәлеү урыны буйынса өйҙә булмау сәбәпле Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт - Йыйылышы Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа тауыш бирә алмаһағыҙ, Һеҙҙе 2018 йылдың 25 июленән 5 сентябренә тиклем эш көндәрендә - 16.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем; ял һәм байрам көндәрендә - 10.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 97 адресы буйынса (28-се кабинет) Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһында һайлау көнөндә булған урынығыҙ буйынса тауыш биреү өсөн ғариза яҙырға саҡырабыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт алып килергә кәрәк.

Һеҙгә уңайлы булһын өсөн ошондай ғаризаны «Шәхси кабинет»ығыҙ булған осраҡта Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша йәки ниндәй ҙә Күп функциялы үҙәктә (иң яҡындағыһы Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 109 адресы буйынса урынлашҡан) тултыра алаһығыҙ.

Ғариза тултырыу буйынса мәғлүмәтте түбәндәге телефондар аша белергә мөмкин:

8(34739) 2-12-84 - юғарыла атап үтелгән сәғәттәрҙә Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһында.

8-800-347-54-54 - Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линия телефоны буйынса. «Ҡыҙыу линия»ның эш ваҡыты: 10.00 - 17.00 сәғ., ял көндәрендә: 10.00 - 14.00 сәғ. Шылтыратыу түләүһеҙ.

8-800-222-11-83 - Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының «ҡыҙыу линия» телефоны буйынса. Шылтыратыу түләүһеҙ.

Территориаль һайлау комиссияһы.
Читайте нас