7 майҙа Түбәнге Аллағыуат ауылында йәшәүсе Рәйлә Мәүлетҡолованың ғаиләһенә оло ҡайғы килә. Уның хужалығында янғын сығып, өйө янып бөтөп, янғын ваҡытында тормош иптәше лә һәләк була. Күҙ асып йомған арала ул яңғыҙы, торлаҡһыҙ, документһыҙ, йәшәүгә сараһыҙ - бер нимәһеҙ тороп ҡала, һәм ошо бәләгә тиклем уның ҡыҙы мәкерле сирҙән вафат була. Ошо ауыр ваҡытта ул район халҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Хөрмәтле район халҡы! Әйҙәгеҙ уға бергәләп ярҙам итәйек, ситтә ҡалмағыҙ, сөнки ошондай бәләгә һәр беребеҙҙең тарыуы мөмкин. Түбәндә уның реквизиттары: