Новости
27 Июль 2018, 05:59

Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа теркәлгән кандидаттар, кандидаттар исемлеген тәҡдим иткән һайлау берләшмәләре иғтибарына!

2018 йылдың 2 авгусында һайлау алды агитацияһы материалдарын баҫтырыу өсөн «Стәрлебаш шишмәләре» гәзитендә түләүһеҙ һәм түләүле баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбә һалыу була.

2018 йылдың 2 авгусында һайлау алды агитацияһы материалдарын баҫтырыу өсөн «Стәрлебаш шишмәләре» гәзитендә түләүһеҙ һәм түләүле баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбә һалыу була.

Йәрәбә һалыу түбәндәге адрестар буйынса үткәрелә:

- БР, Бишбүләк районы, Бишбүләк ауылы, Еңеү урамы, 13, 1 ҡат, ултырыштар залы;

- БР, Көйөргәҙе районы, Ермолаево ауылы, Тыныслыҡ проспекты, 10 (район хакимиәте бинаһы).

Йәрәбә һалыу 11.00 сәғәттә башлана.

Түләүһеҙ баҫма майҙанға йәрәбә һалыуҙа теркәлгән кандидат йәки уның ышаныслы кешеһе, кандидат вәкиле, кандидаттар исемлеге теркәлгән һайлау берләшмәһе вәкиле йәки ышаныслы кешеһе йәиһә күрһәтелгән исемлектән кандидат ҡатнашырға хоҡуҡлы. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаусы документ алып килергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефондар:

- 36 һанлы Урал алды һайлау округының һайлау комиссияһы телефоны: 8 (34743) 2-15-30;

- 47 һанлы Ермолаево һайлау округы һайлау комиссияһы телефоны: 8 (34757) 6-11-89.

Түләүле баҫма майҙанға йәрәбә һалыуҙа 2018 йылдың 1 авгусына тиклем редакцияға яҙма ғариза биргән теркәлгән кандидаттар, һайлау берләшмәләре, уполномоченный вәкилдәре генә ҡатнаша. Агитация осоронда һайлау алды агитацияһын үткәреү өсөн «Стәрлебаш шишмәләре» гәзите редакцияһында резервта түләүле баҫма майҙандың дөйөм күләме А3 форматының 4,8 битен тәшкил итә.

Түләүле баҫма майҙанға йәрәбә һалыуҙа теркәлгән кандидаттар йәки теркәлгән кандидаттарҙың йәрәбә һалыуҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы вәкилдәре ҡатнаша ала. Вәкәләттәр телеграмма, теркәлгән кандидат ҡул ҡуйған башҡа документ менән раҫлана ала. Һайлау берләшмәһе исеменән йәрәбә һалыуҙа һайлау берләшмәһе вәкиле, шулай уҡ һайлау берләшмәһе биргән ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә башҡа кеше ҡатнаша ала.

Йәрәбә һалыуҙа ҡатнашыуға ғариза биргән теркәлгән кандидаттар, һайлау берләшмәләре вәкилдәре булмаған осраҡта уларҙың мәнфәғәтендә редакция вәкиле ҡатнаша.

Йәрәбә һалыу кандидаттар исемлектәрен теркәү тәртибенә ярашлы эҙмә-эҙлектә үткәрелә.

Түләүле баҫма майҙанға йәрәбә һалыуҙа ҡатнашыуға заявкалар 453180, БР, Стәрлебаш районы, Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 102 адресы буйынса тапшырыла, белешмә өсөн телефондар: 8 (34739) 2-23-56, 2-23-53, Ғәниев Мансаф Мәннәф улы, Денисова Гөлназ Зөфәр ҡыҙы.

Электрон почта адресы: e-mail: sterlja@ufamts.ru.
Читайте нас