Новости
27 Июль 2018, 06:15

Ағиҙел йылғаһы аша күпер асылды

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың күперҙе ремонтлау буйынса йөкләмәһен юл хеҙмәткәрҙәре, Өфө хакимиәте, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре үтәне.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың күперҙе ремонтлау буйынса йөкләмәһен юл хеҙмәткәрҙәре, Өфө хакимиәте, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре үтәне.

Ҡаланан иҫке күпер буйлап ике һыҙат буйынса сығырға мөмкин була. Әммә унан еңел транспорт ҡына үтә аласаҡ, йөк транспортына һәм автобустарға йөрөү тыйыла. Бынан тыш, күперҙә сәғәтенә 40 саҡрым тиҙлек сикләүе буласаҡ.

Ингән ерҙә хәҙер махсус сикләү габарит ҡапҡалары һәм юл билдәре ҡуйылған. Күперҙә юл-патруль хеҙмәте экипаждары дежурҙа торасаҡ. Һыуыҡта Ағиҙел күперендә сикләүҙәр буласаҡ: улар тураһында киң мәғлүмәт саралары иҫкәртәсәк.

Күрше яңы күперҙә теге йәки был йүнәлештә һыҙаттарҙы арттырыу мөмкинлеге менән реверсив хәрәкәт һаҡланасаҡ өс һыҙат ҡаланан сығыуға һәм өс һыҙат инеүгә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ағиҙел күперендә деталдәрҙең туҙыуы сәбәпле быйыл ҡышын йөк машиналарына хәрәкәт сикләнде, һуңынан транспорт өсөн юл тулыһынса ябылды.

2018 йылда Башҡортостанда Әлшәй, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Бүздәк, Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Шишмә, Кушнаренко, Учалы, Хәйбулла һәм Саҡмағош райондарында 20 күпер ремонтланасаҡ һәм төҙөкләндереләсәк. Был маҡсатҡа бюджеттан 290 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.

«Башинформ» агентлығынан.
Читайте нас