Новости
25 Июль 2018, 05:59

25 июлдә Башҡортостанда ҡояшлы һәм ҡоро һауа торошо көтөлә

Башгидрометүҙәк синоптиктары фараздары буйынса, шаршамбы, 25 июлдә республика биләмәһендә яуым-төшөмһөҙ, аҙ болотло һауа торошо көтөлә.

Башгидрометүҙәк синоптиктары фараздары буйынса, шаршамбы, 25 июлдә республика биләмәһендә яуым-төшөмһөҙ, аҙ болотло һауа торошо көтөлә.

Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Көндөҙ һауа температураһы 26-31 градус тәшкил итә. Төндә термометр +13, +18 күрһәтә, төньяҡ һәм таулы райондарҙа +7.
Ҡайһы бер юл участкаларына томан төшөүе көтөлә.
"Башинформ".
Читайте нас