Новости
24 Июль 2018, 07:05

Хроника - Фәйзуллин Марат Фәйез улы

БР Стәрлебаш районы муниципаль районының Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының 2018 йылдың 26 июнендәге 6-ЛС-Д ҡарары менән «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП директоры итеп Фәйзуллин Марат Фәйез улы тәғәйенләнде.

М.Ф.Фәйзуллин 1977 йылдың 15 апрелендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Юғары белемле. Инженер белгеслеге буйынса Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда «Строймеханизация» акционерҙар йәмғиәтендә башлай. Артабан «Стәрлебаш» ауыл хужалығы етештереү кооперативында, «Олимп» һәм «Алмаз» торлаҡ милекселәре ширҡәттәрендә, «Алмаз-Сервис» йәмғиәтендә, Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының «Тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү идаралығы» учреждениеһында, «Ковчег» һәм «Транс Спец Строй» йәмғиәттәрендә эшләй.

Өйләнгән, ғаиләһендә өс бала тәрбиәләйҙәр.
Читайте нас