Новости
23 Июль 2018, 06:34

Мәсетле районында кирбес заводы асыла

Башҡортостандың Мәсетле районында 27 июлдә яңыртыу эштәренән һуң Кесе Ыҡтамаҡ кирбес заводын асыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостандың Мәсетле районында 27 июлдә яңыртыу эштәренән һуң Кесе Ыҡтамаҡ кирбес заводын асыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Кесе Ыҡтамаҡ ауылында кирбес заводын тергеҙеү һәм киңәйтеү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу менән «УралСтройКерамика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шөғөлләнә.
Бөгөнгө көнгә предприятие кирбес заводын эшләтеп ебәреүгә юғары кимәлдә әҙерләнгән. Заводты яңыртыуға дөйөм алғанда 18 миллион һумдан ашыу инвестиция һалынған.
Завод тулы етештереү ҡеүәтенә сыҡҡандан һуң Мәсетле районы биләмәһендә төп кирбес етештереү урынында ғына яңы 120 эш урыны менән тәьмин итәсәк.
"Башинформ".
Читайте нас