Берҙәм Бөтә Рәсәй балалар ышаныс телефоны - 8-800-2000-122 һеҙҙең өсөн эшләй. Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә лә ошо ышаныс телефонына шылтыратҡан балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре экстрен рәүештә психологик ярҙам ала ала. Шылтыратыуҙарға ошо өлкәлә эшләгән төбәк белгестәре яуап бирә. Ышаныс телефонына шылтыратыу түләүһеҙ һәм конфиденциаль. Был хеҙмәттең маҡсаты – ғаилә именлеген һаҡлау, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең стресс һәм суицид торошон профилактикалау, балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау. Шулай уҡ һеҙ ышаныс телефонына балалар һәм ата-әсәләр, тиҫтерҙәр араһындағы мөнәсәбәттәр, балалар һәм үҫмерҙәр ғүмеренә һәм эшмәкәрлегенә ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шылтыратығыҙ! Һеҙгә мотлаҡ яуап бирәсәктәр!
Башҡортостан Республикаһында йәшәүселәр шулай уҡ Берҙәм ышаныс телефонына - 8-800-7000-183 номеры буйынса түләүһеҙ шылтыратып, тормошта ауыр хәлдә ҡалған осраҡта тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында квалификациялы психолог ярҙам ала ала.