Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн консультация пункты асыҡ. Белгестәргә 50 йәштән өлкән ҡатындар һәм 55-те үткән ирҙәр мөрәжәғәт итә ала.
Консультация үҙәге Өфө ҡалаһы, Оло Граждан урамы буйынса 24-се йорттағы 331-се бүлмәлә урынлашҡан.
Граждандарҙы дүшәмбенән кесе йомаға тиклем көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә ҡәҙәр, йома иртәнге 10-дан 1-гә саҡлы ҡабул итәләр.
Пенсия алды йәшендәге граждандарға үҙҙәренә ҡарата хеҙмәт ҡануниәте талаптарының үтәлеше һорауҙары буйынса кәңәш алырға һәм кәрәккәндә яҙма мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкин.