Новости
19 Июль 2018, 12:08

Башҡортостанда дауыл хаҡында иҫкәртәләр: елдең секундына 20 метрға етеүе мөмкин

ИРтәгә, йома, 20 июлдә, Башҡортостан биләмәһендә йәнә дауыл хаҡында иҫкәртәләр. Хәбәр төбәктәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының рәсми сайтында баҫылып сыҡҡан.

Иртәгә, йома, 20 июлдә, Башҡортостан биләмәһендә йәнә дауыл хаҡында иҫкәртәләр. Хәбәр төбәктәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының рәсми сайтында баҫылып сыҡҡан.
Атап әйткәндә, был аҙнаның һуңғы эш көнөндә ел секундына 20 метрға тиклем көсәйә. Шулай уҡ күк күкрәп ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә 14-19 градус, көндөҙ термометр күрһәткесе 24-29 градусҡа тиклем күтәрелә. "Башинформ".
Читайте нас