Новости
18 Июль 2018, 06:04

Республика йөҙөүсеһе Полина Егорова Рәсәй кубогында көмөш миҙал яуланы

Обнинск ҡалаһынан Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Полина Егорова көмөш миҙал менән ҡайтып килә. Йөҙөүсе Рәсәй кубогында 200 метр арауыҡта икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.

Обнинск ҡалаһынан Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Полина Егорова көмөш миҙал менән ҡайтып килә. Йөҙөүсе Рәсәй кубогында 200 метр арауыҡта икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.
«Ярыштарҙа 51 төбәктән 580-дән ашыу спортсы ҡатнашты. Шулай уҡ Кубокта йөҙөү буйынса Рәсәй йыйылмаһы ағзалары сығыш яһаны, улар өсөн Рәсәй кубогы финалы 2018 йылда Европа чемпионаты алдынан һуңғы старт булды», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Полина Егорова шулай уҡ Бөйөк Британияның Глазго ҡалаһында Европа беренселегендә сығыш яһай.
"Башинформ".
Читайте нас