Июнь айы башында беҙҙең райондың ауылдарының береһендә, ағас йортта янғын сыға. Бәхеткә күрә, ут сыҡҡанда өйҙә береһе лә булмай. Бер нисә минутта өйҙө тулыһынса ут ялмап ала. Янғын урынына килгән янғын һүндереүселәр утты һүндерә. Өйҙөң ҡыйығы яна, түшәменә һәм стеналарына зыян килә. Алдан фаразлауҙар буйынса, янғын электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышы арҡаһында сыҡҡан.
Был бәхетһеҙлек осрағы граждандарға йорттарығыҙҙа электр үткәргестең торошон даими тикшереп торорға кәрәклеген тағы бер тапҡыр иҫкәртә. Ул төҙөк һәм ышаныслы булырға тейеш.
Көнкүреш шарттарында ҡыҫҡа ялғаныш һәм янғындың төп сәбәптәре - дымлы биналарҙа ҡуйылған розеткаға тоташтырылған ҡеүәтле техниканы эксплуатациялау; штепсель һәм розетканың насар контакты (бындай осраҡта юғары температура барлыҡҡа килә); ҡулланылған приборҙар ҡеүәтенә тура килмәгән электротехник ҡоролмаларҙы ҡуйыу; төрлө материалдарҙан яһалған сымдарҙың туранан-тура контакты (хатта электр көсөргәнеше артыҡ күп булмаһа ла ныҡ йылына); электр селтәрендә йөкләнештең ҡапыл күтәрелеүе; электр үткәргестең насар изоляцияһы; өйҙә кимереүселәрҙең булыуы.
Бинала хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн автоматик һүндергестәрҙең ҡеүәтен дөрөҫ иҫәпләү мөһим - ҡайһы бер һаҡлағыс яйланмалар ҡыҫҡа ялғаныш мәлендә эшләмәүе мөмкин. Фатирҙа, өйҙә йәки офис биналарҙа электр үткәргестең ҙур яуаплылыҡ участкаһы булыуын бер ҡасан да оноторға ярамай, ул даими иғтибар һәм белеп эксплуатациялауҙы талап итә. Ҡеүәтле көнкүреш техникаһын эксплуатациялау өсөн автоматик һүндергестәр менән айырым электр линиялары тәҡдим ителә.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Йыл башынан район территорияһында 10 янғын булған, һөҙөмтәлә өс торлаҡ йорт, биш ҡаралты-ҡура, бер транспорт, бер сауҙа объекты уттан зыян күргән.
Зинфир ХАННАНОВ, Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге инспекторы.