Новости
16 Июль 2018, 06:26

Фәрхәд Самедов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Фәрхәд Самедов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Фәрхәд Самедов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын Олег Матыцин башҡарҙы.


Белешмә:


Самедов Фәрхәд Астан улы 1959 йылдың 23 апрелендә Грузин ССР-ының Гардабани ҡалаһында тыуған. В.В. Куйбышев исемендәге Мәскәү инженер-төҙөлөш институтын тамамлай. Техник фәндәр кандидаты.


Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Азербайжан ССР-ы Сәнәғәт төҙөлөшө министрлығының 7-се тресында башлай. Унда инженер һәм өлкән инженер булып эшләй.


1985-1994 йылдарҙа – В.А. Кучеренко исемендәге Үҙәк төҙөлөш конструкциялары ғилми тикшеренеү институты инженеры, кесе ғилми хеҙмәткәре, өлкән ғилми хеҙмәткәре.


1994–1998 йылдарҙа – «Эксимер» ғилми-етештереү предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары.


1999–2002 йылдарҙа – «Юсти-банк» акционерҙар коммерция банкында ҡиммәтле ҡағыҙҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары.


2002 йылда – «Мәғлүмәт технологиялары институты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лаборатория начальнигы.


2002–2003 йылдарҙа – «Петротэк-холдинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тәүге вице-президенты.


2003–2004 йылдарҙа – «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының иҡтисад һәм финанстар буйынса беренсе урынбаҫары.


2004–2005 йылдарҙа – «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.


2005–2007 йылдарҙа – «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.


2007 йылда – «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры советнигы.


2008–2009 йылдарҙа – «Башхим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры советнигы.


2010–2012 йылдарҙа – «Башнефть» компанияһының Директорҙар советы рәйесе советнигы.


2012–2015 йылдарҙа – «Башнефть» компанияһының нефть химияһы департаменты директоры.


2016 йылда – «Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы» акционерҙар йәмғиәте президенты.


2017 йылдың ғинуарынан – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.


Рәсәй Федерацияһының почетлы химигы.



"Башинформ".
Читайте нас