Новости
12 Июль 2018, 10:57

Минскиҙа Ставрополье вәкиле – «Яҙ королеваһы», Башҡортостан һылыуҡайы бер юлы ике номинацияға лайыҡ булды

Төньяҡ-Кавказ федераль университеты вәкиле Анастасия Копцева – «Яҙ королеваһы», Башҡортостан һылыуҡайы Зөһрә Мөхәрәмова бер юлы ике титулға: «Нәзәҡәтлелек королеваһы» һәм «Дуҫлыҡ королеваһы» исемдәренә лайыҡ булды. Әгәр беренсе номинацияны жюри билдәләһә, иң дуҫ бәйгесе исеме өсөн ҡатнашыусылар үҙҙәре тауыш бирҙе.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Яҙ королеваһы-2018» XXVII Халыҡ-ара вуз-ара нәзәҡәтлелек һәм артислыҡ оҫталығы конкурсы Минскиҙа үтте.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты, Ленара Таһированың «Һылыуҡай-Bashkirian beauty» студияһы тәрбиәләнеүсеһе Зөһрә Мөхәрәмова Рәсәйҙән өс вәкилдең береһе булды. Таж һәм «Яҙ королеваһы» исеме өсөн Рәсәйҙән, Армениянан, Белоруссиянан һәм Латвиянан һигеҙ студент көрәште. Бәйгеселәр дефиле, бейеү, интеллектуаль һәм ижади, шулай уҡ милли кейемдәр конкурстарында һәм спорт ярыштарында ҡатнашты.
Был Зөһрәнең беренсе уңышлы сығышы түгел. Ул Ҡытайҙа «Матурлыҡ илсеһе» конкурсында ҡатнашты, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә «Miss perfect beauty universe» халыҡ-ара конкурсында еңде; «Рәсәйҙең Мисс һәм Мистер студенты 2017» конкурсында вице-мисс титулына лайыҡ булды. "Башинформ".
Читайте нас