Новости
12 Июль 2018, 10:52

Был аҙна республикала йәшенле ямғыр һәм боҙ-борсаҡ менән тамамлана

Синоптиктарҙың фараздары буйынса, Башҡортостанда был аҙна бөткәнсе йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм урыны менән боҙ-борсаҡ яуа.

Синоптиктарҙың фараздары буйынса, Башҡортостанда был аҙна бөткәнсе йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм урыны менән боҙ-борсаҡ яуа.
Кесе йома, 12 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы, төньяҡ райондарҙа уртаса кимәлдә ямғыр яуа, йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡтан секундына 3-8 метр, күк күкрәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 11-16, көндөҙ 23-28 градус тәшкил итә. Автомобиль юлдарына төндә һәм иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.
Йома һәм шәмбе, 13 һәм 14 июлдә, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа уртаса кимәлдә ямғыр, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан уртаса тиҙлектә, йәшендә көсәйеүсән. Термометр күрһәткесе төндө 12-17, көндөҙ 24-29 градус күрһәтә.
Йәкшәмбе, 15 июлдә, көн дауамында аҙ болотло була. Иртән аяҙ, яуым-төшөмһөҙ. Көндөң икенсе яртыһында һәм кисен бер аҙ ямғыр һәм йәшен фаразлана. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 4 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә 13-18, көндөҙ 22-27 градус тәшкил итә. "Башинформ".
Читайте нас