Авиаһәләкәт 10 июлдә Киров өлкәһендә булған. Осоп киткәндән һуң ҙур булмаған бейеклектә «Вяткаавиа» авиакомпанияһының Zlin Z 142 самолеты һәләкәткә осраған. Урындағы киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, һауа судноһында Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев һәм пилот-инструктор булған.
Волга буйы транспорт прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, был уҡыу-күнекмә осошо булған. Ике зыян күреүсе лә төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Прокурорҙар самолеттың һәләкәткә осрау осрағы буйынса тикшереү башлаған.