Новости
11 Июля 2018, 07:05

Баш ҡала хакимиәте иҫке Ағиҙел күперендә ремонтты июль аҙағына тамамларға ниәтләй

Өфө власы вәғәҙәһен үтәргә һәм Ағиҙел аша иҫке күперҙе июль аҙағына асырға ниәтләй. «Өс аҙна түҙергә ҡалды», — тинеләр ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә.

Өфө власы вәғәҙәһен үтәргә һәм Ағиҙел аша иҫке күперҙе июль аҙағына асырға ниәтләй. «Өс аҙна түҙергә ҡалды», — тинеләр ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә. Төҙөүсе вәкилдәре: таяу ремонты тамамланған, металл конструкциялары ҡуйыуға әҙерләнгән һәм бөгөн, 10 июлдә, уны күтәреп, нығыта башлайҙар, тип хәбәр итте.


Иҫке Ағиҙел күпере ремонттан һуң еңел автомобилдәр өсөн генә тәғәйенләнә, шуның өсөн ингән ерҙә габарит ҡапҡалар ҡуйыласаҡ.

"Башинформ".
Читайте нас