Новости
11 Июль 2018, 12:55

Абитуриенттар иғтибарына!

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы "Башҡорт дәүләт аграр университеты" көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә документтар ҡабул итеүе тураһында хәбәр.

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы "Башҡорт дәүләт аграр университеты" көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә документтар ҡабул итеүе тураһында хәбәр итә.

Көндөҙгө уҡыу бүлегенә уҡырға инергә теләүселәр өсөн документтар ҡабул итеү срогы:

- БДИ базаһында уҡырға инеүселәр өсөн 26 июлгә тиклем;

- Башҡорт дәүләт аграр университеты үҙ аллы үткәргән һынау һөҙөмтәләре буйынса уҡырға инеүселәр өсөн 13 июлгә тиклем.

Ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инергә теләүселәр өсөн документтар ҡабул итеү срогы:

- БДИ базаһында уҡырға инеүселәр өсөн 8 авгусҡа тиклем;

- Башҡорт дәүләт аграр университеты үҙ аллы үткәргән һынау һөҙөмтәләре буйынса уҡырға инеүселәр өсөн 27 июлгә тиклем.

Бакалавриат һәм специалитет профиль йүнәлештәре буйынса бюджет урындар бар - "Агрономия" (50 бюджет урын), "Зоотехния" (50 бюджет урын), "Агроинженерия" (механик йүнәлеш - 85 бюджет урын, энергетик йүнәлеш - 85 бюджет урын), "Ветеринария" (105 бюджет урын).

Башҡорт дәүләт аграр университеты адресы: 450001, Өфө ҡалаһы, Октябрҙың 50 йыллығы, 21 (Йәштәр мәҙәниәт йорто бинаһы), телефондар: 8 (347) 228-02-54, (347) 216-46-42, Эл. почта: prkombgau@mail.ru Эл. сайт: https://www.bsau.гu.
Читайте нас