Новости
10 Июль 2018, 06:07

«Донъя йүгереүе - 2018» беҙҙең район аша үтә!

Ағымдағы йылда беҙҙең районға халыҡ-ара тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу факел эстафетаһында - ул кешеләрҙе гармонияға һәм берҙәмлеккә ынтылыштарында берләшеүгә рухландырған «Донъя йүгереүе» халыҡ-ара ваҡиғаһында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Рәсәйҙә «Донъя йүгереүе» 1991 йылдан уҙғарыла. Быйыл ул 12 июндә Төмән ҡалаһында старт алды.

Ағымдағы йылдың 15 июлендә 14.00 сәғәттә стәрлебаштар Федоровка районы сигендә Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килгән спортсыларҙы ҡаршылаясаҡ. Артабан улар Ҡарағош ауылы аша район үҙәгенә киләсәк, бында 16.00 сәғәттә Стәрлебаш ауылының Еңеү паркында йүгереүселәр ҡатнашлығында Ҡайғылы әсә һәйкәленә сәскәләр һалыу була; шулай уҡ паркта был көндө спорт-мәҙәни программаһы, балалар уйындары ойошторола. Артабан спортсылар беҙҙең һәм Миәкә районы сигенә (Ямғырсы ауыл биләмәһе территорияһы аша) йүнәләсәк, бынан яҡынса 18.00 сәғәттә уларҙың күрше районы территорияһы буйлап хәрәкәте башланасаҡ.

Йүгереүҙә барлыҡ теләүселәр ҡатнаша ала. Һәр кемдең Тыныслыҡ факелы менән йүгереү һәм Бөтә донъя эстафетаһына үҙ өлөшөн индереү мөмкинлеге буласаҡ.
Читайте нас