Башстаттың 2 июлдә баҫып сығарған аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә бензинға ҡулланыу хаҡтары элекке кимәлдә ҡала. 2018 йылдың 25 июне менән сағыштырғанда яғыулыҡ хаҡы үҙгәрмәгән.
Статистиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә дизель яғыулығының литры уртаса 43,85 һум тәшкил итә. АИ-92 маркалы бензин водителдәргә 40,59 һумға, АИ-95 — 43,63, АИ-98 47,87 һумға төшә.
Уҙған йылдың 3 июле менән сағыштырғанда, Өфөлә дизель яғыулығына хаҡтар 14,6 процентҡа артҡан. 92-се бензин — 11,8, 95-се — 10,9 процентҡа ҡиммәтләнгән.