Кадет корпустары программаһында: дөйөм белем биреү предметтарын ентекле өйрәнеү һәм хәрби-патриотик һәм спорт йүнәлешендә профиль әҙерлек. Уларҙа белем биреү - ял эшмәкәрлеге комплексы тормошҡа ашырыласаҡ, профессиональ йүнәлештәге эш һәм экскурсия ойоштороласаҡ. Уңайлы йәшәү, ял итеү һәм занятиелар өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Биш тапҡыр ҡайнар туҡланыу, тәүлек әйләнәһенә медицина хеҙмәтләндереү тәьмин ителгән.
Кадет корпустарына сәләмәтлеге буйынса яраҡлы һәм махсус белем биреү учреждениеларында уҡырға теләгән балиғ булмаған граждандар ҡабул ителә. Етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар; хеҙмәт бурысын үтәп йөрөгән, хаҡлы ялға сыҡҡан һәм һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары; Рәсәй Федерацияһы Геройҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙарының балалары индивидуаль һайлап алыуҙы (тест үтеү) уңышлы үткән осраҡта өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә.
Ҡабул итеү өсөн кәрәкле документтар исемлеге: кандидаттың ата-әсәләренән (законлы вәкилдәренән) ғариза; корпус директоры исеменә кандидаттан шәхси ғариза; мәктәп директоры тарафынан раҫланған класс етәксеһе характеристикаһы; кандидаттың автобиографияһы; социаль-психологик картаһы; медицина картаһы (сәләмәтлек төркөмөн күрһәтеп); ғаилә составы тураһында белешмә; өлгәшеү тураһында мәғлүмәт (уҡыу йылының тәүге өс сиреге өсөн); портфолио (фән олимпиадаларында, спорт ярыштарында һәм уҡыуҙан тыш сараларҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт).
Волга буйы федераль округының кадет корпустарына уҡырға инеү үҙенсәлектәре, документтар тапшырыу сроктары һәм ҡабул итеү этаптары тураһында өҫтәмә мәғлүмәт белем биреү учреждениелары сайттарында урынлаштырылған.