11 июлдә Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитеты БР буйынса тикшереү идаралығының Стәрлетамаҡ район-ара тикшереү бүлеге етәксеһе Ибраһимов И.А. Стәрлетамаҡ район-ара тикшереү бүлеге тәфтишселәре алып барған тәүтикшереү һәм енәйәт эштәрен тикшереү материалдары, шулай уҡ хеҙмәт хаҡын түләмәү, тейешле медицина ярҙамы күрһәтмәү, коррупция енәйәттәре мәсьәләләре буйынса граждандарҙы күсмә ҡабул итә.
Ҡабул итеү Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 100/1 адресы буйынса Стәрлебаш районы прокуратураһы бинаһында була. 14.00 сәғәттә башлана. Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (3473)25-10-20 телефоны аша белергә мөмкин.