Июль. Көндәр эҫе тора. Ауыл халҡының күбеһе бесән саба, кемдер ҡаралты-ҡура, төҙөлөш эштәре менән мәшғүл. Эш эш менән, әммә рухи аҙыҡ тураһында ла оноторға ярамай. Тирә-яҡта булған барлыҡ яңылыҡтар тураһында «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенән белергә мөмкин.
Төрлө мәшәҡәттәр менән район гәзитенә яҙылып өлгөрмәүселәр быны 10 июлгә тиклем эшләй ала. Шуныһы һөйөнөслө - республика яҙылыу ун көнлөгө үткәрелгәндә гәзиткә ташламалы хаҡҡа яҙылып була. II ярты йыллыҡҡа гәзитте почта аша алдырыу - 798 һум 06 тингә төшәсәк, редакциянан килеп алыу - 436 һум 80 тин тәшкил итәсәк.