Новости
5 Июль 2018, 06:17

Иғтибар! "Ватс ап"та - йыландар!

Кисәнән бирле Башҡортостанда кешеләр "Whatsapp" аралашыу программаһы аша йыландар ябырылыуы тураһында хәбәр йөрөй.Йәнәһе, һөйрәлеүселәр эҫегә ныҡ ярһыған һәм сәбәпһеҙ һөжүм итә. Ә был хатты МЧС - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарата, имеш.

Кисәнән бирле Башҡортостанда кешеләр "Whatsapp" аралашыу программаһы аша йыландар ябырылыуы тураһында хәбәр йөрөй.

Йәнәһе, һөйрәлеүселәр эҫегә ныҡ ярһыған һәм сәбәпһеҙ һөжүм итә. Ә был хатты МЧС - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарата, имеш.

Ә ведомство бына нимә ти:


«Был мәғлүмәт беҙҙең республикала актуаль түгел. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы бындай хәбәр менән смс-хаттар ебәрмәгән»


Ҡыҫҡаһы, "Ватс ап" аша килгән бындай спам хәбәрҙәргә ышанмағыҙ. Кешеләргә лә ебәрмәгеҙ - "чс" ҡуйырҙар.

"Йәшлек".
Читайте нас