Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан ошо турала иҫкәртәләр. Законға ярашлы, дәүләт йәки муниципаль ҡарамағындағы һыу ятҡылыҡтары менән һәр кем ирекле файҙалана ала. Ниндәйҙер ойошма кәртә ҡуйып башҡаларҙан түләү таптырырға тейеш түгел. Пляжға ингән өсөн аҡса һораған осраҡта, ведомствоға хәбәр итергә саҡыралар. Әммә экологик талаптар тураһында ла оноторға кәрәкмәй. Яр буйына автомобиль менән үтеп инергә, йәки йылға-күлдәрҙә машинаны йыуырға ярамай.