Новости
4 Июль 2018, 05:41

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы 2018 йылдың I кварталында «Медиалогия»ның цитата килтереү рейтингын етәкләне

«Башинформ» агентлығы республика киң мәғлүмәт саралары араһында цитата килтереүҙең алмаштырғыһыҙ лидеры.

«Башинформ» агентлығы республика киң мәғлүмәт саралары араһында цитата килтереүҙең алмаштырғыһыҙ лидеры.

Уны 2018 йылдың I кварталы өсөн «Медиалогия»ның яңыртылған рейтингы раҫлай. Был ваҡыт эсендә баҫмабыҙҙың цитата килтереү индексы 174,68-гә күтәрелгән. Уҙған йылдың шул уҡ осоронда был күрһәткес 124,12-гә тиң булған. Икенсе урында былтырҙан алып «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ҡала – цитата килтереү идексы 88,15. Өсөнсөлә — «Коммерсант-Башҡортостан» (58,87). "Башинформ".
Читайте нас