Шаршамбы, 4 июлдә, Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртәләр. Хәбәрҙе республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарата. Атап әйткәндә, урыны менән йәшен, боҙ-борсаҡ, елдең секундына 19-24 метрға тиклем көсәйеүе, таулы райондарҙа һауа температураһы +31,+36 градус булыуы көтөлә.
Ҡотҡарыусылар насар һауа торошонда һаҡсыллыҡ саралары тураһында иҫкә төшөрә. Беренсенән, ҡоторонған тәбиғи көстәр сәбәпле һаулығығыҙға йәки ғүмерегеҙгә зыян килтерелеүе ихтимал бөтә сәфәрҙәрҙән һәм эштәрҙән баш тартығыҙ. Туғандарығыҙҙы иҫкәртегеҙ. Хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ. Ел көсәйгәндә бинала ҡалырға кәрәк. Балаларҙы айырым контролгә алыу һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим.