Өфөлә 4 йәшлек Алёша Гребешков Дим районында ҙур янғын сығыуға юл ҡуймаған.
Шәхси йорттарҙың береһенең ихатаһында велосипедта йөрөгән малай төтөн сығыуын һәм ялҡын телдәрен күреп ҡалған. Бала шунда уҡ был хаҡта атаһына әйткән, тегеһе янғын һүндереүселәрҙе саҡырған.
Асыҡланыуынса, ут Александровка урамындағы хеҙмәт мигранттары ятағында сыҡҡан. Сәбәбе – электр сымдарының һәм розеткаларҙың төҙөк булмауы. Тиҙ арала шылтыратып хәбәр итеү арҡаһында янғын ваҡытында һүндерелгән.
Ҡыҙыл әтәс менән көрәшеүселәр кескәй булыуына ҡарамаҫтан, янғынды күреп, өлкәндәргә хәбәр иткән малайға рәхмәт белдерҙе.